Башкирский ( государственный) язык

Муниципальное казенное общеобразовательное учреждение
основная общеобразовательная школа с.Мраково
МР Гафурийский район Республики Башкортостан
Рассмотрено
Руководитель МО
_____ /Cадыкова Н.Р./
Протокол №1 от
«27» августа 2020г.

Согласовано
Заместитель
руководителя по УВР
МКОУ ООШ с.
Мраково _____
/Муллабаева Г.Т./
«27» августа 2020г.

Утверждаю
директор МКОУ ООШ
с.Мраково
_____/Романов С.Л/
Приказ №111 от
«28» августа2020г.

Романов
Сергей
Леонидов
ич
Подписан: Романов Сергей Леонидович
DN: ИНН=021902812238, СНИЛС=02700682319,
E=roo.2013@inbox.ru, C=RU, S=Республика
Башкортостан, L=с. Мраково,
O=МУНИЦИПАЛЬНОЕ КАЗЕННОЕ
ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.
МРАКОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА
ГАФУРИЙСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ
БАШКОРТОСТАН, G=Сергей Леонидович,
SN=Романов,
OID.1.2.840.113549.1.9.2=1.2.643.3.61.1.1.6.502710.
3.4.2.1, CN=Романов Сергей Леонидович
Основание: Я являюсь автором этого документа
Местоположение: место подписания
Дата: 2021-02-06 10:57:17
Foxit Reader Версия: 9.7.2

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА
по БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ как
государственному языку Республики Башкортостан
Уровень основного (общего) образования
5 - 9 классы

1.
2.
3.

4.

Программа по башкирскому (государственному) языку составлена на основе:
Федерального государственного образовательного стандарта основного общего
образования;
ООП ООО МКОУ ООШ с. Мраково;
Закона РБ от 1.07.2013 года № 696-3 (Статья 6) «Об образовании в Республике
Башкортостан», принятый Государственным Собранием-Курултаем Республики
Башкортостан 27.06.2013 года;
Программы по башкирскому языку и литературе для учащихся I – XI классов школ с
русским языком обучения. Составители: Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С., Габитова
З.М., Усманова М.Г. – Ижевск, издательство «КнигоГрад» , 2008г.

Учитель: Садыкова Н.Р.
2020 год

I.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет өйрәнеүҙең
һөҙөмтәләре.
Шәхсән һөҙөмтәләр:
1.
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау,
интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль- этик сифаттарын үҫтереүҙә
телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2.
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡарата ихтирам , уның менән
ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең
таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм фекереңде иркен
еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны
баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең, метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:

телдән hәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы,
төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват -ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү),
төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге
аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтге һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу
өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр
менән иркен -ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай ук электрон ҡулланмаларҙан
һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды
системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы
эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел
сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү hәм яҙыу:

алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү
һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы
телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план. һөйләү, конспект,
аннотация) һөйләй алыу;

төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап
телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан
эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге
монологтарҙың, берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу,
диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың,
берләшеүен) үҙләштереү;

ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге
башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм
пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында
ым-ишара, мимиканы урынлы -ҡулланыу;

уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу;
йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү:







1.

2.
3.

4.

5.
6.
7.
8.

грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; уҙ тексыңды
камиллаштыра белеү;
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһындаҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яhay;
бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа
ҡатнашыу;
алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде
башҡа фәндәргә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен
анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б.
дәрестәрҙә) ҡулланыу;
аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы
бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа
фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө
ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленән башҡорт халҡының милли
теле, Башкортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ
мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле
тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның
ролен аңлау;
тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм
уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле
стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фукциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү,
һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың
билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексиксикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик
ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең тел нормаларын, һөйләү этикет нормаларын
үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел
берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик,
морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
тел- һүртләү саралары һәм уларҙы телмәрендә ҡулланыу
телдең эстетик функцияһын таныу, тексты анализлағанда телмәрҙең эстетик
кимәлен баһалау.

II.Уҡытыу предметының, курстың йөкмәткеһе
5- се класс
Һаумы, мәктәп! (4 сәғәт)
Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ”
темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек
үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға
ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу
йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек
һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.
Үҙем тураһында (4 сәғәт)
Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары,
яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ
тартынҡыларының сиратлашыуы.
Йыл миҙгелдәре (4 сәғәт)
Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен,
һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау
алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше.
Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.
Башҡортостанды беләһеңме? (4 сәғәт)
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән
таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның
байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй
белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.
Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (3 сәғәт)
Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси
гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу
өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт
телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.
Яңы йыл менән. (4 сәғәт)
Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең
үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү,
һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан
менән үҙгәреше.
Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин. (4 сәғәт)
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу,
һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (2 сәғәт)
Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны
ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән
берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау
открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.
Яҙ етте. ( 2 сәғәт)
Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май
байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.
Яҙғы эштәр.(2 сәғәт)
Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (1 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән
бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға
уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
6- сы класс
Беҙҙе мәктәп ҡаршылай (4 сәғәт)
1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында
мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.
Грамматика:1- 5 –се синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Башҡортостан ере буйлап (5 сәғәт)
Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән
танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу.
Грамматика:
Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним.
Омоним.
Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре (3 сәғәт)
Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу
материалын тасуири,аңлы уҡыу.
Грамматика:
Рәүеш.Рәүеш дәрәжәләре.
Почта.Телефон.Телеграф (4 сәғәт)
Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.
Грамматика:
Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөйкәлеше.Хәҙерге заман.
Ҡыш дауам итә (5 сәғәт)
Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм
яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу. Грамматика:
Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.
Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел (4 сәғәт)
Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр
уҡыу,мәҡәлдәр табыу.
Грамматика:
Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.
Башҡортостан йылғалары,күлдәре. Экология мәсъәләһе (6 сәғәт)
Башҡортостандың
тәбиғәте,уның
байлыҡтары
тураһындағы
мәғлүмәт
менән
таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың
атамаларының
мәғәнәһе,килеп
сығышы
тураһында
һөйләшеү.Экология
мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше. Көн режимы. Аҙыҡ-түлек магазины.
Грамматика:
Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.
Бына тағы яҙ килде(3 сәғәт)
Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында
һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса
текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Грамматика: үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
7- се класс
Яңынан мәктәпкә (5 сәғәт)
5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар
ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле
һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында

һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә
итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың
береһен алып тора.
Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар
менән танышыу.
Грамматика:
6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ауыл тормошо (7 сәғәт)
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында
әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала
тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле
шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса
яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.
Грамматика:
Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.
Башкортостан буйлап сәйәхәт (8 сәғәт)
Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды
эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү.
Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары,
«Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни
экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты»,
боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа
сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр
менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып
барыла.
Грамматика:
Яңғыҙлыҡ исемдәр.
Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (8 сәғәт)
Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был
турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән
ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында
теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.
Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.
Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.
Мин һәм беҙҙең ғаилә (9 сәғәт)
Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема
йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы
булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы
ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план
төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был
бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм
уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.
Грамматика:
Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.
Сәнғәт оҫталары. (4 сәғәт)
Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт
оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар,
яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү.
Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе
өсөн концерт номерҙары әҙерләү.
Грамматика:
Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (З сәғәт)
Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла.
Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең
исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса
легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам
итәсәк.
«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү,
уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.
Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.
Борон-борон заманда... (2 сәғәт)
Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ
байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы
ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән
башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған.
Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.
Грамматика:Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ
яҙылышы.
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (2 сәғәт)
Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр
араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған
мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап
фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса
фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.
Грамматика:
Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.
Йәмле йәй (2 сәғәт)
Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү
һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу.
Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында
белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр
уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.
Грамматика:
7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.
8 – се класс
Мәктәпкә барабыҙ (4 сәғәт).
Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема
буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст
өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында
әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу.
Грамматика:
5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 2 сәғәт)
Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға
ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу.
Һынамыштар уҡыу.
Грамматика:
Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды
ҡабатлау.
Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 4 сәғәт )
Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында
әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм

телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек
эштәр ҡулланырға мөмкин.
Грамматика:
Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.
Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 4 сәғәт )
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт
ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында
һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт
, һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү.
Грамматика:
Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ,
булмағанлыҡ төшөнсәләре.
Ҡыш дауам итә ( 6 сәғәт )
Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек
эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар
уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау
открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу.
Грамматика:
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 4 сәғәт)
С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау,
шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо,
батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр
төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б.
Грамматика:
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 3 сәғәт )
Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү
байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса
эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү.
Грамматика:
Тултырыусы.
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 2 сәғәт )
Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға
ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр,
осрашыуҙар ойоштороу.
Грамматика:
Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.
Ай Уралым, Уралым...( 5 сәғәт )
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың
күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм
балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү.
Грамматика:
8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
9 – сы класс
Һаумы, мәктәп! (3 сәғәт)
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына
шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.
Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу.
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Грамматика:

8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт ( 4 сәғәт)
Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш
тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө
байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Грамматика:
Хәл төрҙәре. Ваҡыт хәле. Рәүеш хәле.
Атамалар ни һөйләй? (4 сәғәт)
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала,
тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик
күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер
нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен,
зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.
Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың
янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә,
тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм
ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары
һ.б. сағыла.
Грамматика:
Күләм- дәрәжә хәле. Шарт хәле. Сәбәп хәле. Маҡсат хәле.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. ( 4 сәғәт)
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш
миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Грамматика:
Кире хәл. Өндәш һүҙ.
Башҡорт театры. ( 2 сәғәт)
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге
хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма
театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков,
Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән
таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Грамматика:
Өҫтәлмәлек.
Башҡорт халыҡ ижады. (4 сәғәт)
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы.
Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Грамматика:
Ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡорт аты. (6 сәғәт)
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу.
Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса
бүленеүен билдәләү, уҡыусыларҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата
ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Грамматика:
Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр
эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.
Башҡорт халыҡ милли аштары. (3 сәғәт)
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү
үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.
Грамматика:
Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.

Күңелле яҙ килә. (3 сәғәт)
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар,
хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү.
Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн
билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам
итә.
Грамматика: Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һәр темаға ҡаралған сәғәттәр менән тематик планлаштырыу.

III.

5-се класс
№

Бүлектәр исеме

1.

Һаумы, мәктәп!

Эш программаһы
буйынса сәғәттәр
һаны
4

2.

Үҙем тураһында

4

3.

Йыл миҙгелдәре

4

4.
5.

Башҡортостанды беләһеңме?
Кеше.
Тән
ағзалары.шәхси
гигиена.
Яңы йыл менән.
Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй.
Магазин.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Яҙ етте.
Яҙғы эштәр
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.
Бөтәһе

4
3

6.
7.
8.
9.
10.
11.

4
4
2
2
2
1
34

6-сы класс
№

Бүлектәр исеме

1.
2.
3.
4.
5.
6.

Беҙҙең мәктәп
Башҡортостан ере буйлап
Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел
Ҡыш дауам итә
Яҙ килә, яҙ!
Йәмле йәй килә
Бөтәһе

Эш программаһы
буйынса сәғәттәр
һаны
6
7
5
4
6
6
34

7 – се класс
№

Бүлектәр исеме

1.
2.
3.
4.
5.
6.
7.
8.
9.
10.

Яңынан мәктәпкә
Ауыл тормошо
Башҡортостан буйлап сәйәхәт
Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары
Мин һәм беҙҙең ғаилә
Сәнғәт оҫталары
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
Борон-борон заманда...
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ
Йәмле йәй
Бөтәһе

Эш программаһы
буйынса сәғәттәр
һаны
3
4
4
3
5
4
3
2
3
3
34

8-се класс
№

Бүлектәр исеме

1.
2.
3.
4.
5.
6.
7.
8.
9.

Эш программаһы
буйынса сәғәттәр
һаны
Мәктәпкә барабыҙ
4
Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр 3
Өфө - Башҡортостандың баш 3
ҡалаһы
Хеҙмәт төбө - хөрмәт
4
Ҡыш дауам итә
5
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың 4
милли батыры
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!
3
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ
2
Ай Уралым, Уралым...
5
Бөтәһе
34

9-сы класс
№

Бүлектәр исеме
1.
2.
3.
4.
5.
6.
7.
8.
9.

Һаумы, мәктәп!
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт
Атамалар ни һөйләй?
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.
Башҡорт театры.
Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт аты.
Башҡорт халыҡ милли аштары.
Күңелле яҙ килә.
Бөтәһе

Эш программаһы
буйынса сәғәттәр
3
4
4
4
2
4
6
3
3
33

Powered by TCPDF (www.tcpdf.org)


Наверх
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих персональных данных. Подробности об обработке ваших данных — в политике конфиденциальности.

ВНИМАНИЕ!

Срок действия лицензии на использования программного обеспечения окончен 14.04.2024.
Для получения информации с сайта свяжитесь с Администрацией образовательной организации по телефону +7(34740) 2-63-27, 8-962-525-33-54

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».